Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Глобалләштереү шарттарында башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау мөһим — Румиль Аҙнабаев

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләге Конгресс-холда IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Румиль Аҙнабаев отчет доклады һәм аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

Ул уҙған осорҙа башҡарылған эшкә баһа бирҙе, ойошма ҡатнашлығында үткәрелгән ҙур сараларға туҡталды, әүҙем эшмәкәрҙәргә рәхмәт әйтте. Форум делегаттары ғалим, тарихсы, археолог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәүге етәксеһе Нияз Мәжитовты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

«Бөгөн иң мөһиме — глобалләштереү шарттарында башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, халҡыбыҙҙың тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы тороу, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, баҙар шарттарында уларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү», — тип билдәләне сығыш яһаусы.

Телде һаҡлау проблемаһын тикшереп, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ШОС саммиты барған көндәрҙә әйткән һүҙҙәрен килтерҙе: «Рус телен өйрәнегеҙ, башҡорт телен өйрәнегеҙ!». Спикер Башҡорт дәүләт университетының Сибай һәм Стәрлетамаҡ филиалдарында Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләр өсөн башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләй башларға, БДУ йәки БДПУ эргәһендә башҡорт теле уҡытыусыларын аттестациялау буйынса лаборатория асырға тигән тәҡдим индерҙе.

Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа тәбиғәт һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы Торатауҙы һаҡларға тигән мөһим ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе. Докладсы башҡорт халҡының күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәренә һәйкәлдәр ҡуйыу мәсьәләһен күтәрҙе.

Румиль Аҙнабаев Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Тамыр», «Ҡурай», «Ашҡаҙар» теле- һәм радиоканалдарын һаҡлауҙың, интернет-ресурстарҙа, атап әйткәндә, социаль селтәрҙәрҙә эште көсәйтеүҙең мөһимлеге хаҡында әйтте. Шулай уҡ ул башҡорттарҙың уйын ҡоралын — ҡурайҙы яҡлау тураһында закон ҡабул ителергә тейешлеген белдерҙе.

Румиль Аҙнабаев «Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!» тигән һүҙҙәрҙе башҡорт халҡының артабанғы тормошоноң девизы итеп алырға тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть