10 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2015 йыл, 16:41

Рөстәм Хәмитов IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 21 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында сығыш яһаны.

– Беҙ күп быуатлыҡ тарихы, үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре булған башҡорт халҡының оло йыйынында ҡатнашабыҙ, – тине республика етәксеһе. – «Ағас тамырына ҡарап үҫә», тиҙәр халыҡта. Беҙҙең тамырҙарыбыҙ ысын мәғәнәһендә бик көслө. Улар ата-бабаларыбыҙ Волга менән Урал араһындағы ерҙәрҙе үҙләштерә башлаған замандарға барып тоташа.

Төбәк Башлығы Рәсәй Президенты Владимир Путинға Башҡортостанға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүе, алып барылған социаль-иҡтисади сәйәсәтте юғары баһалауы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттары республиканы бөтә донъяға танытты, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Башҡортостан артабан да төрлө халыҡ-ара форумдар һәм саралар уҙғарыу өсөн заманса майҙансыҡ булып ҡаласаҡ.

– Беҙҙең көндәрҙә ислам дине менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмаған халыҡ-ара терроризм кешелеккә һуғыш иғлан итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре экстремистик ойошмаларҙың йоғонтоһона бирелгән. Милли һәм дини радикализмға ҡаршы тороу власть, традицион конфессиялар, йәмәғәт берекмәләре, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшенең төп йүнәлеше булырға тейеш.

Башҡортостан һәр ваҡыт төрлө милләт һәм дин кешеләренең татыу йәшәгән урыны булды, бар һәм булыр, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

– Бөгөнгө форум – республиканың артабанғы социаль-иҡтисади үҫеше өсөн мөһим һәм бик ваҡытлы яһалған аҙым. Милләт-ара хеҙмәттәшлекте, ижтимағи-сәйәси хәлдең тотороҡлоғон нығытыуҙа һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур, хөрмәтле ҡоролтай делегаттары, – тине Башҡортостан Башлығы.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы 1995 йылда башҡорт йәмәғәтселеге башланғысы менән ойошторола. Уның төп маҡсаты – башҡорт халҡын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, Рәсәйҙә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙың сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни, экологик һәм башҡа хоҡуҡтарын бойомға ашырыу һәм яҡлау.