7 декабрь, Шаршамбы

21 ноябрь 2015 йыл, 15:26

Үзбәкстандың башҡорт мәҙәни үҙәге һөҙөмтәле эшләй — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән делегаттар йыйылды. Баш ҡалала уҙған күләмле форумда алты Үзбәкстан вәкиле лә бар. Ҡунаҡтар башҡорт милли кейемендә килгән. Делегация етәксеһе, Үзбәкстандың башҡорт мәҙәни үҙәге Советы рәйесе Илшат Хәсәнов тәьҫораттары менән бүлеште.

«Был бик мөһим сара. Ҡоролтайҙың донъя кимәлендә үткәрелеүенә шатбыҙ: илдәр, Рәсәй төбәктәре үҙҙәренең делегаттарын ебәргән, барыһы ла таныша, фекер алыша — был берләштереүсе ролен уйнай», — тип билдәләне делегат.

Ташкенттағы башҡорт мәҙәни үҙәге әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләй, тип һөйләне Совет рәйесе.

«Ташкенттың иң матур районында Әхмәтзәки Вәлиди урамын астыҡ. Быйыл уның тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан ошо урамда барельеф ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Үзбәкстанда бик күп саралар, шул иҫәптән йыл һайын 12 декабрҙә Башҡортостан көнөн ойошторабыҙ. Байрам иң ҙур театрҙа уҙғарыла, беҙгә Башҡортостандан ҡунаҡтар килә», — тип һөйләне Илшат Хәсәнов.

Ҡоролтайҙың пленар ултырышы башланыр алдынан билдәләүҙәренсә, форумға 431 делегат килгән, Конгресс-холға 419 кеше, шул иҫәптән рәсми кешеләр, предприятие етәкселәре, ҡунаҡтар йыйылған. Ҡоролтай делегаттары өсөн бай эшлекле һәм мәҙәни программа әҙерләнгән.