3 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2015 йыл, 13:59

Светлана Смирнова: «Рәсәй халыҡтарын дөйөм идея берләштерә»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй халыҡтарын дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек кенә түгел, шулай уҡ дөйөм идея берләштерә. Сөнки илебеҙ халыҡтарының этномәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлау һәм Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу — һәммәбеҙҙең дә бурысы. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Светлана Смирнова IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ошо хаҡта белдерҙе.

«Бөгөн 20 йыл элек ойошторолған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иң ҙур йәмәғәт ойошмаһы ғына түгел, иң абруйлы ойошмаға әүерелде, тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Йыйында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен үҫтереү, һаҡлау, шулай уҡ Рәсәй милләтенең берҙәмлеген, күп миллләтле илебеҙҙең киләсәген нығытыу мәсьәләләре тикшерелә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Светлана Смирнова.

Республикала ҡоролтай менән берлектә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы әүҙем эшләй, тип билдәләне ул.

Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина етәкселегендәге республика ассамблеяһы төбәктә тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау өсөн барыһын да эшләй.

«Һәр халыҡ үҙен яҡшы тойһон өсөн республика Башлығының һәм Хөкүмәттең ярҙамы кәрәк. Башҡортостанда халыҡтар араһында тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты һаҡлау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған», — тине Светлана Смирнова.

Ул төбәктә йәшәгән удмурттарға ярҙам күрһәткәндәре өсөн айырыуса рәхмәт белдерҙе. «Бөгөн республикалағы удмурт балалары туған телен өйрәнә һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡала ала. Удмурт Республикаһы Башлығы Александр Соловьевтан һеҙгә сәләмләү һүҙҙәрен еткерәбеҙ».

Мәғлүмәт сәйәсәтенән тыш бер халыҡтың да киләсәге булмай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Светлана Смирнова.