7 декабрь, Шаршамбы

21 ноябрь 2015 йыл, 11:47

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бара

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә күләмле этник форум — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бара. Йыйынға 400-ҙән ашыу делегат килгән. Сара халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән. Был — башҡорттарҙың дүртенсе йыйыны, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы биш йыл элек уҙғарылғайны.

Форум башланыр алдынан Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм милли-мәҙәни ойошмалар ҡатнашты. Төп саралар Конгресс-холда уҙа. Бында башҡорт халыҡ ижады күргәҙмәләре ойошторолған. Оҫталарҙың ҡаҙаныштары менән танышҡас, делегаттар пленар ултырышҡа йыйылды.

Форум эшен бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, хәҙерге иҡтисади шарттарҙа ер мәсьәләһе һәм Башҡортостанда туризм темалары буйынса секция ултырыштары дауам итәсәк. Ҡатнашыусылар Рәсәйҙә һәм республикала «Мәғариф тураһында», «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закондарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләшәсәк. Заманса шарттарҙа башҡорт халҡын үҫтереү факторы булараҡ тарихи һәм рухи мираҫ айырым тикшереләсәк. Ғаилә, демография һәм башҡорт халҡының сәләмәтлеге мәсьәләләре ҡуҙғатыласаҡ. «Башҡортостандың мәғлүмәт киңлеге: проблемалар һәм йүнәлештәр» һәм «Йәштәр — башҡорт халҡының стратегик ресурсы» секциялары ойошторола.

Осрашыу йомғаҡлау документтарын ҡабул итеү һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡунаҡтары өсөн байрам концерты менән тамамланасаҡ.