4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ноябрь 2015 йыл, 18:23

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төбәк халҡын берләштереүгә йүнәлтелгән — Зөһрә Рәхмәтуллина

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа башҡорттарҙы ғына түгел, төбәк халыҡтарын берләштереүгә йүнәлтелгән етди ҡарарҙар ҡабул итеүҙәрен көтә. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина күләмле форум алдынан ошо хаҡта белдерҙе.

Зөһрә Рәхмәтуллина фекеренсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәҙәниәтте, телде, тарихи хәтерҙе һаҡлауға, лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләүгә, экологик, демографик проблемаларҙы хәл итеүгә ҙур өлөш индерә. Делегаттар башҡорттарҙың, шулай уҡ республикала йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың да яҙмышына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарай.

«Йәмғиәттәге әхлаҡи һәм психологик мөхит күп осраҡта төп халыҡтың үҙенә булған мөнәсәбәтенә бәйле», — тип ышана парламентарий.

Ассоциация етәксеһе ҡоролтайға етди әҙерлек алып барылыуы хаҡында һөйләне. Республиканың барлыҡ райондарында һәм башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа делегаттар һайланған, улар ошо йыйында сығарылған ҡарарҙарҙы яҡташтарына еткерәсәк.

«Форумға Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Светлана Смирнованың килеүен көтәбеҙ. Федерация кимәлендә күп һанлы ассамблеяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороусы кешенең беҙҙең съезда ҡатнашыуы — яҡшы билдә», — тип иҫәпләй Зөһрә Рәхмәтуллина.

Республика халыҡтары ассамблеяһы форумдың резолюция проектына индереү өсөн аныҡ тәҡдимдәр ебәргән. Был саралар башҡорт халҡын үҫтереүгә генә түгел, күп милләтле Башҡортостан халҡын берләштереүгә йүнәлтелгән. Атап әйткәндә, «Урал батыр  вариҫтары» йәштәр форумын, Милли кейем көнө, Башҡорт теле көнөн үткәрергә тәҡдим ителә.