7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2015 йыл, 17:10

Һамарҙың Дуҫлыҡ паркында Башҡорт йорто төҙөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Һамарҙа Башҡорт йорто төҙөлә башланы. Уны 2017 йылға тамамларға ниәтләйҙәр. Бөгөн «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Һамар өлкәһе башҡорттары ошо хаҡта һөйләне.

Тирмәгә оҡшатып төҙөләсәк Башҡорт йортоноң эсендә картиналар, милли кейем өлгөләре музейы, башҡорт әҙәбиәте китапханаһы буласаҡ. Майҙаны — 55 квадрат метр. Һамар башҡорттары ошо проектты булдырыуҙа Һамар өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең, шулай уҡ меценаттарҙың ярҙамына иҫәп тота.

Бөтә милли ихаталар ҙа Һамар өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йорто етәкселегендә берҙәм стилдә ҡорола. Улар Дубовый Ерик йылғаһы буйында Дуҫлыҡ паркында урынлаштырыла. Проекттың дөйөм майҙаны 12 гектар тәшкил итә. Проектта 500 урынлыҡ милли аш-һыу рестораны, конференциялар залы, милли байрамдар уҙғарыу өсөн асыҡ һауала ҙур майҙан ҡаралған. Һәр йорттоң йылғаға төшөү өсөн үҙ юлы буласаҡ.

«Дуҫлыҡ паркы милли-мәҙәни берләшмәләрҙе йәлеп итеү үҙәге һәм ҡунаҡтар өсөн яратҡан ял урынына әүереләсәк. Проект туристик маршрутҡа индерелгән дә инде», — тип хәбәр итте «Һамар өлкәһе халыҡтары союзы» рәйесе Ростислав Хугаев.

19-20 ноябрҙә Башҡортостанда Һамар һәм Һарытау башҡорттары көндәре уҙа. Республикаға ике күрше төбәктән йөҙгә яҡын Һамар һәм Һарытау өлкәләренең башҡорт диаспораһы вәкилдәре килде.