9 декабрь, Йома

20 ноябрь 2015 йыл, 16:18

Ғинуар-октябрҙә Башҡортостандың тупланма бюджеты профицит менән үтәлгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 2015 йылдың 1 ноябренә Башҡортостандың тупланма бюджеты килемдәре 150,45 миллиард һум тәшкил иткән. Был 2014 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 10,5 процентҡа күберәк. Сығымдар 140,86 миллиард һум күләмендә финансланған — 2,2 процентҡа юғары. Ағымдағы йылдың ғинуар-октябрь айҙарында тупланма бюджет 9,59 миллиард һумлыҡ профицит менән үтәлгән, тип хәбәр итә республиканың Финанс министрлығы.

Һалым һәм һалым булмаған килемдәр, 2014 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 10,98 миллиард һумға артып, 122,07 миллиард тәшкил иткән. Килемдең төп сығанаҡтары: физик берәмектәрҙең, ойошмаларҙың килеменә, мөлкәткә һалымдар, акциздар.  

Былтырғы менән сағыштырғанда ойошмаларҙың килеменә һалым 11 процентҡа, мөлкәткә һалым — 7,6, дөйөм килемгә һалым — 3,4, физик берәмектәрҙең килеменә һалым 3,2 процентҡа артҡан. Акциздарҙың кереме 7,5 процентҡа кәмегән.

Сығымдар структураһында социаль йүнәлеш өҫтөнлөк итә — сығымдарҙың 76 проценты, йәғни 107,07 миллиард һум. Капиталь һалыуҙарҙы һәм юл хужалығын финанслауға 18,19 миллиард һум, йәғни сығымдарҙың 12,9 проценты йүнәлтелгән.

2015 йылдың 1 ноябренә урындағы бюджеттарҙың килеме 66,29 миллиард һумға үтәлгән, йәки 2014 йылдың ошо уҡ осорона 102,9 процент. Сығымдар 64,59 миллиард һум тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 0,6 процентҡа күберәк.