Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөгә космонавт килде һәм балалар менән аралашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә летчик-космонавт Сергей Ревин «Мин — даһи» балаларҙың һәләтен үҫтереү үҙәге тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Йәш һәләттәр ҡунаҡ менән аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, автограф алды һәм фотоға төштө.

«Үҙәк коллективының космонавтикаға ҙур иғтибар биреүе — ҡыуаныслы хәл. Учреждение тәрбиәләнеүселәре башҡорт брендына әүерелгән Гагарин кубогы олимпиадаһында ҡатнаша», — тине Сергей Ревин.

Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге заман балалары араһында космонавт булырға теләүселәр аҙ. Сергей Ревин быны хыяллана белмәүгә бәйләй.

«Хәҙерге балаларҙың ҙур проблемаһы бар —  хыялың булмау. Космонавтарҙың бурысы — уларға уны формалаштырырға ярҙам итеү. Бынан тыш, уларҙы хыялдарын тормошҡа ашырыуға аҙым яһауға илһамландырырға кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны летчик-космонавт.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть