7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2015 йыл, 14:38

Республикала легаль араҡы ҡулланыуҙың кәмеүе арҡаһында ҡаҙнаға зыян килгән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда легаль араҡы ҡулланыу кәмегән. «Коммерсант» гәзите яҙыуынса, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында «Башспирт»тың генераль директоры Николай Князев туғыҙ айҙа компания заводтарының продукция тейәүҙе 12 процентҡа тиерлек кәметеүе хаҡында хәбәр итте. Һорауҙың кәмеүе арҡаһында күрһәтелгән осорҙа бюджетҡа 224 миллион һумлыҡ акциз йыйымдары инмәгән.

«Башспирт» мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә легаль араҡы эсеү бер кешегә йылына 4 литрҙан 3,3 литрға тиклем кәмегән. Өфөлә иһә 62 процентҡа аҙайған, һөҙөмтәлә 187 миллион һумлыҡ акциз йыйылмаған. Кәмеү дауам итәсәк — «Башспирт» комбинаттары урындағы баҙарҙа 2 миллион декалитр продукция һатырға ниәтләй (уның күләме — 3,6 миллион декалитр).

«1,6 миллион декалитр легаль булмаған баҙарға китте. Был республика бюджетына инмәгән 1,3 миллиард һумлыҡ акциз»,— тине Князев.

2015 йылда араҡылағы һәм шараптағы спирттың бер литрына акциз ставкаһы 600 һум тәшкил итте. Магазиндарҙа 0,5-0,7 литрлыҡ араҡы уртаса 220-250 һум, премиум класлы араҡы 550 һумдан ашыу тора.