Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

21 ноябрҙән Башҡортостанда һауа торошоноң ҡапыл боҙолоуы көтөлә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары күҙаллауы буйынса, 21 ноябрҙә ҡар яуасаҡ, ел көсәйгәндә секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫәсәк. Юлдарҙа — ҡар һырынтылары, күреүсәнлек 500-1000 метрға тиклем насарая. Һауа температураһы төндә 9-14, көньяҡ-көнсығышта 18-23 градус һыуыҡ, көндөҙ 1-6, көньяҡ-көнсығышта 11 градусҡаса һалҡын.

22 ноябрҙән 24-нә тиклем төбәктә епшек ҡар, урыны менән боҙло ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал. Осор һуңында көндөҙ 0-5 градус йылы, ҡарҙың иреүе күҙаллана.

Өфөнөң «112-се ҡотҡарыу хеҙмәте» урамдарҙа электр тапшырғыс линиялары, ағастар, реклама таҡталары эргәһендә, автомобиль юлдарын үткән саҡта һаҡ булырға саҡыра. Водителдәргә иһә тиҙлек режимын һаҡлау мөһим. Автомобилдәрҙе ағастар янына ҡуйырға кәңәш ителмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть