6 декабрь, Шишәмбе

20 ноябрь 2015 йыл, 12:16

«Салауат Юлаев» «Лада»ны ҙур иҫәп менән еңде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы Континенталь хоккей лигаһының һигеҙенсе чемпионатында еңелеүҙәр серияһын туҡтатты. Өфөләр үҙ боҙонда Тольяттиҙың «Лада» командаһы менән уйнаны.

Матч башланыр алдынан 4-се һанлы свитерҙы арена көмбәҙенә күтәрҙеләр — ҡасандыр Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михалев шуны кейеп Өфө командаһы өсөн уйнаған. Михалев тренер булараҡ Тольятти өсөн дә уйнаған, уның тәрбиәләнеүселәре алтын миҙал яулаған.

Осрашыуҙа юлаевсылар «Лада» командаһын 5:1 иҫәбе менән еңде. Өфө командаһы составында Дмитрий Макаров, Андреас Энгквист, Сами Леписте, Максим Григорьев һәм Сергей Соин шайба ырғытты.

21 ноябрҙә Өфөлә «Салауат Юлаев» «Аҡ барыҫ»ҡа ҡаршы уйнай.

темалар: хоккей, кхл