11 декабрь, Йәкшәмбе

20 ноябрь 2015 йыл, 11:28

Рөстәм Хәмитов «Рәсәйҙең һәм уның төбәктәрен яңыртыу шарты һәм факторы булараҡ кеше потенциалын үҫтереү» конференцияһында ҡатнашыусылар менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй социологтар йәмғиәте президенты, профессор Валерий Мансуров, Юғары иҡтисад мәктәбенең демография институты директоры, профессор Анатолий Вишневский һәм М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры Сергей Бобылев менән осрашты. Улар «Рәсәйҙең һәм уның төбәктәрен яңыртыу шарты һәм факторы булараҡ кеше потенциалын үҫтереү» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша.

Осрашыу барышында фәнни ойошмалар һәм төбәк араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре, шулай уҡ социаль һәм демографик сәйәсәтте формалаштырыуҙа фәндең роле тикшерелде.

– Хөрмәтле коллегалар, киләсәктә һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итербеҙ тип уйлайбыҙ. Беҙ ошо хеҙмәттәшлектең формаларын, килешеү, иптәштәрсә, консультатив булһынмы, тикшерергә әҙер, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Сергей Николаевич Башҡортостандың йәш белгестәрен маҡтаны. Улар кеше потенциалын үҫтереү тураһында доклад әҙерләгән. Фәнгә, берлектәге ғилми эшмәкәрлеккә таянып, артабан да үҫешергә теләйбеҙ.

– Илдә Башҡортостандың рейтингын күтәреү хаҡында һүҙ барҙы, – тине журналистарға Анатолий Вишневский. – Башҡортостанды яңыртыу урбанизацияға бәйле булырға тейеш. Был да еңел түгел, сөнки технологиялар һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға кәрәк. Әммә быны эшләү зарур.