3 декабрь, Шәмбе

20 ноябрь 2015 йыл, 10:07

Өфөлә «Яңы офоҡтар» әҙәби конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Әҙәбиәт йылына бағышланған тантаналы сара уҙҙы. Китап байрамында Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған «Яңы офоҡтар» республика әҙәби бәйгеһе еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Авторҙар дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.

Беренсе урынға «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин лайыҡ булды, икенселә — журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова, өсөнсөлә — прозаик Артур Ҡазыханов. Яҙыусыларҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов һәм Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Алһыу Сирғәлина бүләкләне. Шулай уҡ Гөлнара Мостафинаға, Рәйлә Сабитоваға, Тимур Рәхмәтуллинға һәм Эльмира Ибраһимоваға рәхмәт хаттары, дәртләндереү һәм махсус приздар тапшырылды. Еңеүселәрҙең бер нисә әҫәре Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә, журнал биттәрендә донъя күрәсәк.

Жюриҙа танылған яҙыусылар һәм әҙәби тәнҡитселәр эшләне. «Дөйөм алғанда, еребеҙ таланттарға бай тигән фекер тыуҙы. Беҙ киләсәккә өмөт менән ҡарай алабыҙ, беҙгә лайыҡлы алмаш үҫә. Еңеүселәрҙе генә түгел, бөтә ҡатнашыусыларҙы ла ҡотлағы килә», — тип билдәләне һайлап алыу комиссияһы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков.

Сара сиктәрендә «Йәштәр тауышы» серияһы авторҙары һәм китаптарының презентацияһы булды. Йәш яҙыусыларҙың «Йәштәр тауышы» VI әҙәби фестивале башлап яҙыусы авторҙарҙы һәм ҡәләм оҫталарын берләштерҙе. Байрам программаһын башҡорт эстрадаһы артистарының сығышы биҙәне, «Китап» нәшриәте продукцияһының күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.

Сараны ойоштороусылар — Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.

темалар: әҙәбиәт