Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Транспорт инфраструктураһы — Өфөнөң 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһында беренсе урында

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Транспорт инфраструктураһы — Өфөнөң 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһында беренсе урында. 19 ноябрҙә  UrbanБайрам III Халыҡ-ара ҡала төҙөлөшө форумын асыу тантанаһында уның директоры Ольга Сарапулова ошо хаҡта белдерҙе.

«Транспорт стратегияла тәүге урынды биләй. Әгәр ҡалала йәмәғәт транспортында, машинала йөрөү уңайһыҙ булһа, ул яҡшы үҫешә алмай. Беҙ транспорттың беренсе төрөнә баҫым яһайбыҙ. Ниндәй йәмәғәт транспортын һайлау ҙур һорау тыуҙыра. Система бик ҡатмарлы. Иртәгәһе көн транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә арналған, ул Өфө өсөн нимә иң яҡшыһы икәнлеген аңларға ярҙам итәсәк», — тине UrbanБайрам форумы директоры.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 20 ноябрҙә донъя һәм Рәсәй мэрҙарының халыҡ-ара саммиты була. Фекер алышыуҙың төп темаһы — транспорт һәм ҡала халҡының мобиллеге.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть