Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Рәсәйҙең иң күп уҡыусы 20 төбәге иҫәбенә инде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Рәсәйҙең иң күп уҡыусы 20 төбәге иҫәбенә инде. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Рәсәйҙең әҙәби флагманы» исеменә лайыҡ булыу өсөн 20 төбәк: Башҡортостан, Бүрәт, Мари Иле, Саха (Яҡут), Сыуашстан республикалары, Мәскәү, Санкт-Петербург, Әстрхан, Вологда, Киров, Кострома, Курск, Мурманск, Новгород, Орлов, Һарытау, Тверь, Ульяновск өлкәләре, Ненец автономиялы округы, Хабаровск крайы көс һынаша.

«Юғары статистик күрһәткестәрҙән тыш, төбәктәр 2014-2015 йылдарҙа тормошҡа ашырылған үҙенсәлекле ижади, инновациялы әҙәби проекттарын тәҡдим итте», — тип билдәләнеләр ойоштороусылар.

«Иң күп уҡыусы төбәк» конкурсы Рәсәй субъекттары араһында тәүге тапҡыр уҙғарыла һәм илдә Әҙәбиәт йылын үткәреү буйынса мөһим сараларҙың береһе булып тора. Конкурсты ойоштороусылар — Рәсәй Китап сығарыусылар союзы һәм Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ.

«Рәсәйҙең әҙәби флагманы» исеменә лайыҡ булған иң күп уҡыусы төбәк 2016 йылда Рәсәйҙең иң күп уҡыусы баш ҡалаһы буласаҡ. Еңеүсе 27 ноябрҙә Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында иғлан ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть