Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов кеше потенциалын үҫтереүгә арналған конференцияла сығыш яһаны

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

19 ноябрҙә Башҡортостандың Фәндәр академияһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәйҙең һәм уның төбәктәрен яңыртыу шарты һәм факторы булараҡ кеше потенциалын үҫтереү» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында сығыш яһаны.

– Ошо конференцияға килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Уның темаһы бик әһәмиәтле – кеше потенциалын үҫтереү, – тине төбәк етәксеһе. – Республикабыҙға килгәндә, беҙ был мәсьәләне даими тикшерәбеҙ, хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Кешеләрҙең, йәмғиәттең эшен дөрөҫ ойошторорға кәрәк.

Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә конференцияның темаһы хаҡында һүҙ буласаҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Форумды ойоштороусылар булып Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институтының Башҡортостан филиалы һәм Рәсәй социологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе сығыш яһай. Конференция эшендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Урал-Волга буйы, Себер ҡалалары, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан ғилми үҙәктәренең 200-гә яҡын вәкиле, Башҡортостандың закон сығарыу һәм башҡарма власть органдары, гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть