5 декабрь, Дүшәмбе

19 ноябрь 2015 йыл, 15:47

Дмитрий Хворостовский һәм Илдар Абдразаҡов ҡатнашлығындағы хәйриә концертында 30 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә опера сәхнәһе йондоҙҙары Дмитрий Хворостовский һәм Илдар Абдразаҡов ҡатнашлығындағы хәйриә концертында ауыр сирле балаларҙы дауалау өсөн 30 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды. Русфонд сайтында хәбәр ителеүенсә, ойоштороусылар 6 миллион һумды «Мәрхәмәт» хәйриә фондына йүнәлтәсәк, 24 миллионы ауырыу балаларҙы дауалауға китәсәк.

Концерт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы, бөтә билеттар ҙа бер ай элек һатылып бөткәйне. Кисәлә Дмитрий Хворостовский һәм Илдар Абдразаҡов башҡарыуында операларҙан ариялар яңғыраны.

«Дмитрий Хворостовский һәм дуҫтары — балаларға» тип аталған тәүге хәйриә концерты былтыр Кремлдә үткәрелде. Ул саҡта 20 миллион һум йыйылды һәм 61 балаға ғүмер бүләк ителде.

Киләһе концертты 2016 йылда йырсының тыуған яғында — Красноярск ҡалаһында ойоштороу ҡаралған.

Хәйриә акцияһы дауам итә, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 5542 номерына «ОПЕРА» йәки 5541 номерына «ДОБРО» һүҙен яҙып ебәрергә кәрәк. Бер SMS-хәбәрҙең хаҡы — 75 һум.

Электрон түләүҙәр системаһы менән дә файҙаланырға була.

Бөтә һорауҙар буйынса Русфондҡа 8-800-250-75-25 номеры буйынса шылтыратырға (Рәсәйҙән шылтыратыу бушлай) һәм rusfond@rusfond.ru адресына яҙырға мөмкин.