3 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2015 йыл, 15:06

Өфөлә UrbanБайрам III Халыҡ-ара ҡала төҙөлөшө форумы эш башланы

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» комплексында UrbanБайрам III Халыҡ-ара ҡала төҙөлөшө форумы эш башланы. Сара 19 ноябрҙән 21-нә тиклем уҙа.

Бөгөн, 19 ноябрҙә, пленар сессияла иҡтисад, кеше потенциалы, киңлек һәм ҡала мөхите өлкәләрендә ҡала үҫеше мәсьәләләре ҡараласаҡ, ҡарарҙар Өфөнөң 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһының нигеҙен тәшкил итәсәк. Ҡала хакимиәте эшҡыуарлыҡты, йәмәғәт ойошмаларын һәм әүҙем граждандарҙы йәлеп итеп стратегия әҙерләү бурысын ҡуйған. Көн дауамында төбәкте һәм ҡаланы иҡтисади үҫтереү механизмдарын эҙләү, торлаҡ сәйәсәте, социаль өлкәләге инновациялар мәсьәләләре буйынса һигеҙ түңәрәк өҫтәл ойошторола.

20 ноябрҙә Донъя һәм Рәсәй мэрҙарының халыҡ-ара саммиты була. Фекер алышыуҙың төп темаһы — транспорт һәм ҡала халҡының мобиллеге.

21 ноябрҙә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн Райондар фестивале асыла.

«UrbanБайрам» — ҡала үҫеше мәсьәләләрен тикшереү буйынса ҙур төбәк майҙансығы. Төп бурыс — ҡала халҡы һәм ҡала хакимиәте араһында диалогты башлау, ҡаланың үҫешенә йоғонто яһаған мөһим мәлдәрҙе тикшереү, Өфө райондарының мәҙәниәтен һәм үҙенсәлектәрен күрһәтеү. Форум баш ҡала хакимиәте һәм Ҡала проекттарын үҫтереү фонды булышлығында ойошторолған.