4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2015 йыл, 13:00

Рөстәм Хәмитов: «Күңелдәребеҙ ҡатмаһын ине»

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына хәйриә кисәһенә барҙы, уның сиктәрендә «Үҙебеҙҙең балалар» исемле фотокүргәҙмә асылды, шулай уҡ «Дмитрий Хворостовский, Илдар Абдразаҡов һәм дуҫтары – балаларға» концерты булды.

Күргәҙмәгә ҡуйылған алтмыш фотоһүрәт сиргә бәйле ауыр тормош хәлендә ҡалған илебеҙ балаларының яҙмышы хаҡында һөйләй. Һүрәттәрҙең авторы – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппараттың матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Андрей Кара. Фотоһүрәттәр Павел Астаховтың Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә эш сәфәре барышында төшөрөлгән.

– Ошо фотоһүрәттәрҙә йылмайыу, күҙ йәштәре, балалар тормошоноң иң ауыр мәлдәре сағыла. Әммә был – ысынбарлыҡ, беҙҙе уратып алған донъя. Йәмғиәт тирә-йүндәге ваҡиғаларға битараф булмаҫҡа тейеш. Барыһын да күрергә, аңларға кәрәк. Күңелдәребеҙ ҡатмаһын ине, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Дмитрий Хворостовский һәм уның дуҫтарының хәйриә концерты Рәсәйҙә мәрхәмәтлекте үҫтереүгә, сирле балаларға, уларҙың ғаиләләренә финанс һәм эмоциональ-психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Йыйылған аҡса балаларҙы дауалауға китәсәк.

– Ошо концертҡа килгән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт әйткем килә. Балаларға ярҙам ҡулы һуҙғанығыҙ өсөн рәхмәт. Артистар Дмитрий Хворостовскийға, Илдар Абдразаҡовҡа, Константин Орбелянға рәхмәт белдерәм, – тине республика Башлығы.