11 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2015 йыл, 11:52

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов менән осрашыу үткәрҙе

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов менән осрашты. Осрашыу барышында республикала хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

– Балаларҙы яҡлау буйынса өҙлөкһөҙ эшләүегеҙ үҙ емештәрен бирә. Республикабыҙҙа яҡшы үҫеш күҙәтелә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Балалар йорттарын бөтөрөү, патронат ғаиләләр һанын арттырыу йәһәтенән ыңғай динамика бар. Беҙ һаулыҡтары буйынса айырылып торған балаларға ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә эшләйбеҙ.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, артабан балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса әүҙемлекте арттырыу, балалар йорттарын бөтөрөү буйынса эште дауам итеү күҙаллана.

Балалар омбудсмены хәбәр итеүенсә, 2012 йылда Башҡортостанда 26 балалар йортонда яҡынса 1 100 бала йәшәгән. 2015 йылдың башына балалар йорттарының һаны – 20 процентҡа, унда тәрбиәләнеүселәр 500 балаға тиклем кәмегән. Шуның менән бергә республикала ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың һаны тәрбиәгә алынған балалар һанынан артмай. Мәҫәлән, былтыр шундай 1 700 бала асыҡланған, 2 600-ҙө ғаиләгә алынған.

– Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға килгәндә, беҙ алмаштырмайбыҙ, ә дәүләтте тулыландырабыҙ. Мәғариф учреждениеларын сирле һәм коррекция мәктәбендә йәки өйҙә генә уҡый аласаҡ баланы алырға мәжбүр итә алмаған осраҡта хәйриә фонды ярҙамға килә, – тине Павел Астахов.

Балалар омбудсмены республикала Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан һәм музыка мәктәптәренең, хореография училищеларының, башҡа ижади ойошмаларҙың һәләтле тәрбиәләнеүселәре көсө менән әҙерләнгән хәйриә концертын ойошторорға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы.