10 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2015 йыл, 19:05

Ғинуар-сентябрь айҙарында республика предприятиеларының табышы яртылаш кәмегән — статистика

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары 54,7 миллиард һум күләмендә табыш алған, был уҙған йылдағы күрһәткестән 45 процентҡа кәмерәк. Файҙаһыҙ ойошмаларҙың өлөшө 18,9 проценттан 23,1 процентҡа тиклем артҡан. Уларҙың зыяны дүрт тапҡырға — 66,1 миллиард һумғаса артҡан. Республика ойошмаларының финанс хәле тураһында мәғлүмәттәрҙе Башҡортостанстат баҫтырып сығарған.

Статистик тикшереүҙәр бәләкәй предприятиеларға, банктарға, страховка һәм бюджет ойошмаларына ҡағылмаған.

Ағымдағы йылдың сентябрь аҙағына ҙур һәм урта предприятиеларҙың  кисектерелгән кредитор бурысы 16,7 миллиард һум (дөйөм сумманың 3,2 проценты) тәшкил иткән. Кисектерелгән дебитор бурысы — 30,9 миллиард һум (дөйөм бурыстың 7,1 проценты).