8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2015 йыл, 17:40

Йыл һуңына тиклем төбәктә теркәлмәйенсә эшләүсе граждандарҙың һаны 30 процентҡа кәмейәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Йыл һуңына тиклем Башҡортостанда теркәлмәйенсә эшләүсе граждандарҙың һаны 30 процентҡа кәмейәсәк. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтендә уҙған ултырышта ошо хаҡта хәбәр итте.

«Иҡтисади көрсөк шарттарында быйыл хеҙмәт баҙарында хәл ҡатмарлашты. Уҙған йыл менән сағыштырғанда дөйөм эшһеҙлек кимәле артты. Эшһеҙ булараҡ теркәлгән кешеләр күбәйә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шуның менән бергә рәсми булмаған мәшғүллек тә арта. Хәҙер күмәртәләп һәм берәмләп һатыу, ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшкәртеүсе производство, элемтә һәм транспорт өлкәһендә 240 мең самаһы кеше теркәлмәйенсә эшләй. Рәсми булмаған мәшғүллекте кәметеү өсөн Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт менән килешеү төҙөлгән. Йыл аҙағынаса шундай хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 30 процентҡа кәмейәсәк».

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең докладында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү һәм рәсми булмаған мәшғүллекте иҫкәртеү хаҡында һөйләне. Уның мәғлүмәттәре буйынса, республика иҡтисадында эшләүселәрҙең уртаса йыллыҡ һаны — 1 миллион 761 мең кеше. Теркәлмәйенсә эшләүсе граждандар хеҙмәткә һәләтле халыҡтың 13 процентын тәшкил итә.

Республика Башлығы хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү өлкәһендә эшмәкәрлекте әүҙемләштереү өсөн тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә киң мәғлүмәт саралары аша мәғлүмәт-аңлатыу эшен алып барыуҙы камиллаштырырға ҡушты.