8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2015 йыл, 15:31

Bell компанияһы һәм «НефАЗ» етештергән самосвал Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында һынау үтә

фото: Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Bell компанияһы (Көньяҡ Африка Республикаһы) һәм «НефАЗ» етештергән самосвал Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында һынау үтә. Машина эшләү предприятиелары Рәсәйҙә «Bell» самосвалдарын йыйыу проектын уңышлы тормошҡа ашырҙы. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының сайтында хәбәр ителеүенсә, «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә йыйылған беренсе B40D маркалы самосвал Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттарында күрһәтелгән.

«Предприятиебыҙҙың карьер эштәрендә ауыр, нигеҙҙә Европала етештерелгән техника ҡулланыла. Әммә әлеге иҡтисади шарттарҙа комбинат етәкселеге алдына импортты алмаштырыу бурысы ҡуйылғайны, шуға күрә «НефАЗ» машина эшләү предприятиеһының Bell B40D самосвалын контроль аҫтында файҙаланыу тураһында тәҡдиме ҡабул ителде», — тип һөйләне Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш механигы Марат Минһажев.

Был самосвалдың йөк күтәреүсәнлеге 37 тонна тәшкил итә, кузовтың күләме — 23 кубометр. Ике аҙна һынау осоронда самосвал 14 мең тоннанан ашыу йөк ташыған.

«Самосвалдың һөҙөмтәлелеге һәм ышаныслығы хаҡында һығымта яһарға иртә әле. Тау сығарыу шарттарында һынау йыл аҙағынаса дауам итәсәк», — тип билдәләне Марат Минһажев.