7 декабрь, Шаршамбы

18 ноябрь 2015 йыл, 14:45

Республикала Төбәк үҫеш банкы аша социаль пособие алыусыларға яңы оператор һайларға кәңәш ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Төбәк үҫеш банкы аша социаль пособие алыусыларға социаль түләүҙәрҙе килтереү тураһында яңы ғариза бирергә кәрәк. 10 ноябрҙә Рәсәй банкы Төбәк үҫеш банкының банк операцияларын башҡарыуға лицензияһын тартып алды.

Яңы ғариза яҙыу өсөн Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итеү зарур.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 626 кеше Төбәк үҫеш банкы аша социаль түләүҙәр алған, шуларҙың 490-ы — Өфөнән һәм Өфө районынан, 136-һы — Нефтекаманан.