8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2015 йыл, 14:04

Башҡортостан студенттары «Мисс и Мистер студенчество России-2015» конкурсына әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Иваново ҡалаһында «Мисс студенчество России-2015» һәм «Мистер студенчество России-2015» конкурстарының финалы уҙа. Иң һөйкөмлө һәм талантлы студенттар бәйгеһендә Башҡортостан исеменән төбәк этабы еңеүселәре — Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтынан Ева Чашинская һәм Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» йүнәлеше студенты Александр Плющ сығыш яһай.

Студенттар конкурсын Рәсәй йәштәр союзы, Иваново өлкәһе Хөкүмәте һәм Иваново дәүләт энергетика университеты ойоштора. «Мисс студенчество России» быйыл туғыҙынсы тапҡыр үткәрелһә, «Мистер студенчество» — Рәсәй йәштәр союзының пилот проекты. Проекттың башҡарма директоры Александр Антонюк һүҙҙәренсә, «мисс» сибәр, зифа буйлы, ижади ҡарашлы, изге күңелле һәм нәфис, «мистер» иһә көслө, спорт һөйөүсән, илдең патриоты булырға тейеш.

Конкурс программаһы 20 ноябрҙә башлана. Финал иһә 25 ноябрҙә Иваново музыкаль театрында уҙа. «Мисс студенчество России» Гран-приһына эйә булыусы илебеҙ исеменән «Королева Весна» халыҡ-ара конкурсында сығыш яһаясаҡ.