3 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2015 йыл, 12:41

Өфөлә Әҙәбиәт йылы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы китап авторҙары һәм конкурс еңеүселәре бүләкләнде

фото: Башҡортостан Милли китапханаһының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» һәм «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы-2015» республика конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» конкурсының Гран-приһына Баймаҡ районының Үҙәк китапханаһы (директоры Луиза Дәүләтшина) лайыҡ булды. «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы-2015» бәйгеһендә Шишмә районының 30-сы ҡала китапханаһы (проект авторы — мөдир Рита Ғәзизова) еңеү яуланы.

«Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсының «проза» номинацияһында яҙыусы, сценарист, драматург Шәүрә Шәкүрова, «балалар әҙәбиәте» номинацияһында — Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Кускилдина, «шиғриәт» номинацияһында шағирә һәм тәржемәсе Әнисә Таһирова еңеп сыҡты.

Бүләкләү республика муниципаль берәмектәренең китапханалар системаһы директорҙары кәңәшмәһе барышында уҙҙы. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» VIII республика конкурсының ижади эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо.

темалар: бүләкләүҙәр