11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2015 йыл, 11:45

Иҫәнғолдан Зөлфиә Бикбулатова иң яҡшы башҡорт шәле конкурсының Гран-приһына лайыҡ булды

фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда республика мамыҡ шәле фестивале уҙҙы. Байрам Ейәнсура районында үткәрелде. Унда жюри ағзаһы сифатында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Зөһрә Исмәғилева ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк парламентында.

Фестиваль йәмғиәттең башҡорт шәленә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, халыҡ оҫталарының һөнәри кимәлен күтәреү, тәжрибә алмашыу һәм ижади аралашыу маҡсатында ойошторолдо.

Ейәнсуралар һәм ҡунаҡтар йәнә 23 команданың һәм оҫталарҙың сығыштары менән һоҡлана алды. 200-гә яҡын ҡатнашыусы үҙенең оҫталығын күрһәтте. Байрам ҡунаҡтарына визитка-сәләмләүҙәр, шаян таҡмаҡтар тәҡдим ителде. Фестиваль сиктәрендә мамыҡтан бәйләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе эшләне.

Сара һуңында ҡатнашыусылар бүләкләнде. Иҫәнғол ауылы оҫтаһы Зөлфиә Бикбулатова Гран-приға лайыҡ булды. Ауыл биләмәләре араһында Бикбау һәм Һаҡмар ауыл советтары командалары иң яҡшыһы тип танылды. Оҫталарҙың эше айырым билдәләнде.

«Мамыҡ шәлдәрҙең юғары сифатлы булыуын билдәләп үтке килә. Ейәнсура районы оҫталарына «Ағиҙел» фабрикаһы менән хеҙмәттәшлек булдырырға тәҡдим итәм. Уның емешле һәм уңышлы буласағына ышанам», — тине депутат.

Зөһрә Исмәғилева фестивалде ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте, шулай уҡ призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.