8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2015 йыл, 10:28

Рөстәм Хәмитов республиканың һалым органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы һәм Рәсәй һалым органдары ойошторолоуҙың 25 йыллығы менән ҡотланы, шулай уҡ республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.  

– Башҡорт АССР-ның дәүләт һалым инспекцияһы 25 йыл элек булдырылған. Бөгөн беҙ һалым органдарының республика үҫешендәге мөһим ролен билдәләргә, һеҙҙең яуаплы һәм көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә йыйылғанбыҙ, – тине төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, иң тәүҙә Башҡортостанда әҙерләнеп, уңышлы тормошҡа ашырылған күп кенә проекттар һуңынан бөтә илдә индерелә башланы. Улар араһында – социаль номер, аҙаҡтан ул һалым түләүсенең номеры тип үҙгәртелде.

Әлеге ваҡытта Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы яҡынса 88 мең юридик берәмек, 87 мең шәхси эшҡыуар һәм 4 миллиондан ашыу физик берәмек менән идара итә. Башҡортостан керемдәр күләме буйынса Волга буйы федераль округы субъекттары араһында өсөнсө урын биләй. Республика Башлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың туғыҙ айында Рәсәйҙең бюджет системаһына 200 миллиард һум самаһы һалым йыйылған, был былтырғы күрһәткестәрҙән 8 процентҡа күберәк. Республиканың тупланма ҡаҙнаһына 90 миллиард һумдан ашыу һалым килемдәре ингән.

– Республиканың башҡарма һәм закон сығарыу власы органдары менән һөҙөмтәле эш итеү эшегеҙҙә шундай әһәмиәтле ҡаҙаныштарға алып килде, тип уйлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо эштең иҡтисад үҫешенә, бюджеттың килем базаһын нығытыуға булышлыҡ итеүе мөһим. Мәҫәлән, яңы эш башлаусы йүнселдәр өсөн «һалым каникулы» тураһында республика законы үҙ көсөнә ингәс, тәүге тапҡыр теркәлгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һаны бер ярым тапҡырға артты.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, бюджетты тулыландырыу өсөн байтаҡ резервтар бар.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.