5 декабрь, Дүшәмбе

17 ноябрь 2015 йыл, 18:22

Башҡортостанда 17 меңдән ашыу кеше ВИЧ инфекциялы статусына эйә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республика СПИД-ты, йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә иҫәптә торған кешеләрҙең һаны 17 093-кә етте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында уҙған журналистар менән осрашыуҙа үҙәктең баш табибы Рафаэль Яппаров.

Медицина фәндәре кандидаты, СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш буйынса Волга буйы округ үҙәгенең ВИЧ инфекцияны эпидемиологик күҙәтеү бүлеге мөдире Наталья Зайцева әйтеүенсә, Башҡортостан округтың сир күрһәткестәре юғары булған алты биләмәһе иҫәбенә инә.

«2010 йылдан Волга буйы федераль округында ВИЧ инфекцияның 4,5 проценттан 13,6 процентҡа тиклем артыуы билдәләнә. 1 октябргә округта 217 мең ВИЧ инфекциялы теркәлгән. Зарарланыу 100 мең халыҡҡа 550,3 тәшкил иткән, йәки округта йәшәүселәрҙең ярты проценты сирле тип әйтә алабыҙ», — тине Наталья Зайцева.

Шуның менән бергә ул һүҙҙең асыҡланған ауырыуҙар хаҡында барыуына иғтибарҙы йәлеп итте, ысынында иһә ВИЧ инфекциялыларҙың һаны күберәк.

Наталья Зайцева һүҙҙәренсә, йыл һайын округта яҡынса 5 миллион халыҡ ВИЧ-ҡа тест үтә.