7 декабрь, Шаршамбы

17 ноябрь 2015 йыл, 17:41

Рөстәм Хәмитов «Ростехнадзор»ҙың күсмә семинарында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Экологик, технологик һәм атом күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең фәнни-техник советы нефть һәм газ комплексы объекттарының хәүефһеҙлеге буйынса секцияның күсмә семинарында сығыш яһаны. Семинар нефть һәм газ комплексының хәүефле етештереү объекттарының сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә күҙәтеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған.

– Шундай кәңәшмәнең Өфөлә үткәрелеүе аңлашыла, сөнки республика – ҙур сәнәғәт төбәге, бында ҡеүәтле производстволар, көслө техноген баҫым, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхиткә лә бар, – тине республика Башлығы. – Әлбиттә, беҙ ошо комплекстың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш.

Нефть химияһы комплексынан тыш, Башҡортостанда башҡа ҙур производстволар тупланған, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

– Шуға күрә бөгөн республика сәнәғәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен заманса алымдарҙы файҙаланып ҡарау менән ҡыҙыҡһына, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Беҙ өйрәнәбеҙ: ошо залда белгестәребеҙ, ҙур предприятие вәкилдәре бар. Был, яҡшы мәғәнәлә алғанда, дөрөҫ белем алыу, ул белгестәребеҙгә ышаныслы эшләргә йүнәлеш бирә.

Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, «Ростехнадзор» етәксеһе Алексей Алешин Башҡортостанды сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидер булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, ҙур предприятиелар әлеге мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә. Бынан тыш, республикала нефтте тәрән эшкәртеүгә бәйле импортты алмаштырыу программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла.

– 2011 йылда уҡ беҙҙең нефть компаниялары һәм өс федераль башҡарма власть органдары, шул иҫәптән «Ростехнадзор» араһында дүрт яҡлы килешеү төҙөлгәйне. Шуға ярашлы нефть компанияларына баҙарҙа юғары сифатлы продукттар булһын өсөн ғәмәлдәге ҡулайламаларҙы яңыртыу йәки яңыларын төҙөү бурысы йөкмәтелде, – тип һөйләне Алексей Алёшин. – Башҡортостанға килгәндә, бында «Башнефть» компанияһы ла, башҡалар ҙа программаларын тулыһынса һәм үҙ ваҡытында үтәй. Миңә билдәле булыуынса, «Башнефть» «Евро-5» бензинын етештерә. 2017 йылға «Газпром нефтехим Салауат»тың программаһы тамамлана.