Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республика урмансылары Яңы йыл шыршыларын әҙерләй башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды. Шыршы баҙарҙарына 120 мең ағас килтереү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.

— Әлеге көндә Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондарында шыршы әҙерләйҙәр. Тап ошо урмансылыҡтар «энәле матурҡайҙар» менән тәьмин итәсәк, — тине Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының милек менән идара итеү, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Альберт Бохаров.  

Уның һүҙҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть