3 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2015 йыл, 14:25

Был аҙнала Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар һәм көслө ҡар яуыуы көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала республика биләмәһендәге һауа торошон антициклон билдәләй. «Аҙна уртаһында 15-17, аяҙайтҡанда 20 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ», — тине идаралыҡтың матбуғат секретары Елена Орлова.

18 һәм 19 ноябрҙә республикала еңелсә буран сығыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал, ел көнсығыштан, талғын, көньяҡ-көнсығышта көслөрәк. Һауа температураһы төндә 25 градусҡаса һыуыта, көндөҙ 5-12 градус һалҡын.

Синоптиктар аҙна аҙағында һауа температураһының күтәрелеүен, ҡара яуыуын һәм буран сығыуын фаразлай. Был Европа биләмәһенең көнбайышынан йылы атмосфера фронтының яҡынлашыуына бәйле. Йылы һауа массаһы Себер антициклонының һалҡын арктик һауаһы менән осрашасаҡ. «Һөҙөмтәлә ел, буран сығасаҡ, көслө ҡар яуасаҡ. Ошондай һауа торошо автотранспорт хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы мөмкин», — тип өҫтәнеләр Башгидрометта.