10 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2015 йыл, 13:00

Төбәктә һигеҙ яңы дәүләт хеҙмәттәре үҙәге асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 16 ноябрҙә Башҡортостанда һигеҙ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәге асылды. Хәҙер республика халҡы Өфө, Ағиҙел, Баймаҡ, Межгорье ҡалаларында, Аҡъяр, Ҡырмыҫҡалы ауылдарында, Николо-Березовка һәм Раевка ҡасабаларында «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса кәрәкле хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә.

Өфөлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү үҙәге Баязит Бикбай урамындағы 44-се йортта урынлашҡан. Граждандарҙы хеҙмәтләндерү өсөн 12 тәҙрә эшләй. Биш тәҙрәле «Минең документтарым» Межгорьела (Еңеүҙең 40 йыллығы урамы, 60), Ағиҙелдә (Тәүге Төҙөүселәр урамы,7) һәм Раевка ҡасабаһында (Ленин урамы,111) урынлашҡан.

Баймаҡта (Салауат Юлаев урамы, 32), Ҡырмыҫҡалы ауылында (Хоҙайбирҙин урамы, 10) — дүрт, Аҡъяр ауылында (Салауат Юлаев проспекты, 31), Николо-Березовка ҡасабаһында (Төҙөүселәр урамы, 33) ике тәҙрәле үҙәктәр асылды.

Республикала Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең беренсе офисы 2012 йылдың 28 июнендә эшләй башланы. Хәҙер 48 үҙәктә граждандарҙы ҡабул итәләр, тип билдәләнеләр учреждениеның матбуғат үҙәгендә.