Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Бәхетнамә» тапшырыуы яңғыҙаҡтарға үҙ ишен табырға ярҙам итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

17 ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалының «Бәхетнамә» тапшырыуы йәнә яңғыҙҙар проблемаһына мөрәжәғәт итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр аҙна «Бәхетнамә» сығарылыштарының береһе яңғыҙ кешеләрҙең үҙ парын эҙләү темаһына арнала.

Бөгөн студияға Мостафа исемле ҡунаҡтың килеүе көтөлә. Фермер, ике бала атаһы, улы менән ҡыҙы айырым йәшәй. Тол ир яңғыҙлыҡтан арып, «Аулаҡ өй» клубына йөрөй башлаған. Әммә әлегә уға күңеленә ятҡан ҡатын-ҡыҙ осрамаған.

«Геройыбыҙҙың буйҙаҡтар, холоҡтарҙың тап килеүе, мөхәббәт хаҡында ҡыҙыҡлы фекерҙәре бар, — тип хәбәр итте проект етәксеһе Гөлназ Яҡупова. — Йәш саҡта ғына мөхәбәтте эҙләргә кәрәкмәй, ул үҙе килә, өлкәнәйгәс иһә үҙеңә оҡшаған кешене табыуы бик ауыр, тине программабыҙ геройы».

Тапшырыуҙың икенсе ҡунағы — «Аулаҡ өй» клубын ойоштороусы Айгөл Ниғмәтуллина. «Бәхетнамә» тура эфирҙа бара, геройҙарға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә мөмкин. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть