6 декабрь, Шишәмбе

17 ноябрь 2015 йыл, 10:05

Силәбелә тәүге тапҡыр башҡорт Ҡыш бабайҙары конкурсы уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбелә тәүге тапҡыр «Ҡыш Бабай-2016» башҡорт Ҡыш бабайҙары конкурсы уҙғарыла. Унда 18 йәштән алып Ҡыш бабайҙар ҡатнаша ала. Ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Ҡыш бабайҙарға ике конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителә. Тәүгеһе — дефиле. Бында ҡатнашыусылар үҙҙәренең образын күрһәтергә тейеш. Икенсе конкурс «Ҡыш бабайҙың визит карточкаһы» тип атала. Конкурсантҡа башҡортса шиғыр, йыр-моң ярҙамында үҙе тураһында һәм ни өсөн тап ул иң яҡшы Ҡыш бабай икәнлеге хаҡында һөйләргә кәрәк. Сығыш өсөн ике минут бирелә.

Конкурстың маҡсаты — башҡорттарҙың традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлау, үҙешмәкәр артистарҙың абруйын күтәреү, халыҡ сараларын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә яңы ижади алымдар эҙләү. Еңеүселәрҙе Яңы йыл бүләктәре һәм аҡсалата приздар көтә. Гран-приҙың суммаһы биш мең һум тәшкил итә.

темалар: яңы йыл