10 декабрь, Шәмбе

16 ноябрь 2015 йыл, 18:20

Татьяна Штоль төбәктең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Башлығы Указы менән Татьяна Штоль республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Яңы министр урынбаҫары юридик мәсьәләләр, ошо өлкәлә федераль стандарттар индереү сиктәрендә төбәктә конкуренцияны үҫтереү саралары менән шөғөлләнәсәк.

Татьяна Штоль Красноводск ҡалаһында тыуған. Заманса гуманитар академияһын «Юриспруденция» белгеслеге буйынса тамамлаған.

2004 йылдан «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә юристконсульт булып эшләгән. Шунда уҡ юридик бүлектең әйҙәүсе юристконсульты һәм корпоратив эштәр бүлеге секторы начальнигы вазифаларын биләгән. 2010-2015 йылдарҙа — республиканың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетында баш белгес-эксперт, хоҡуҡи тәьмин итеү, суд һәм административ вәкиллек бүлеге етәксеһе. 2015 йылдың июленән ноябргә тиклем — төбәктең иҡтисади үҫеш министры ярҙамсыһы.