4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ноябрь 2015 йыл, 17:40

«Башҡортостан» ТРК-һы һәм «Транснефть — Урал» «МедиаТЭК» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һәм «Транснефть — Урал» акционерҙар йәмғиәте «МедиаТЭК» Беренсе Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, яғыулыҡ-энергетика компанияларының һәм төбәк хакимиәттәренең матбуғат хеҙмәте конкурсында еңеү яуланы. Конкурс ENES Энергия һөҙөмтәлелеге һәм электр энергетикаһын үҫтереү буйынса халыҡ-ара форум сиктәрендә уҙғарылды.

Интернетта асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы «Фән 102. Газды нисек арзанайтырға?» проекты менән «Төбәктә яңы яғыулыҡ-энергетика комплексы технологиялары» номинацияһында өсөнсө урын алды. «Транснефть — Урал» акционерҙар йәмғиәте лә «Үҫеш менән йәштәр идара итә» проекты менән «Төбәктә яғыулыҡ-энергетика комплексы һөнәрҙәрен популярлаштырыу» номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Еңеүселәр быйыл 19 -20 ноябрҙә ENES-2015 халыҡ-ара форумы сиктәрендә бүләкләнәсәк, тип билдәләнеләр төбәктең Сәнәғәт министрлығы ҡарамағындағы Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәгендә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «МедиаТЭК» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында жюри республика предприятие-ойошмаларының 14 проектын ҡараған. «Башҡортостан генерациялаусы компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Транснефть — Урал» акционерҙар йәмғиәте, «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы финалға сыҡҡан.