5 декабрь, Дүшәмбе

16 ноябрь 2015 йыл, 16:59

Тимур Аҡлаев — «Башавтотранс» ДУП-һы етәксеһе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республиканың төп автотранспорт предприятиеһы — «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул — ДУП-һының техник директоры, быға тиклем Октябрьскийҙа «Башавтотранс» подразделениеһы идара итеүсеһе булып эшләгән Тимур Аҡлаев.

«Коммерсант» хәбәр итеүенсә, предприятиеның генераль директоры вазифаһын башҡарған Азат Кәлимуллин Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһына кире ҡайтты.