4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ноябрь 2015 йыл, 16:32

UrbanБайрам форумының фестиваль көнөндә баш ҡала халҡы һәм архитекторҙар һәр райондың «хыял проекттарын» тикшерәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 21 ноябрҙә UrbanБайрам форумының фестиваль көнөндә Өфө халҡы һәм архитекторҙар һәр райондың «хыял проекттарын» тикшерәсәк. Был көндә урбанистика буйынса лекциялар һәм Барселонаның баш архитекторы Висенте Гуайарттың оҫталыҡ дәрестәре, Халыҡ-ара ресторан көнө ойошторола, ҡала берләшмәләре ағзалары докладтар менән сығыш яһай.

Фестиваль көнөндә «Өфө райондары» исемле күргәҙмә эшләй. Уның геройҙары — Черниковка, Сипайлово, Инорс, Йәшел сауҡалыҡ. Йәш архитекторҙар улар өсөн павильон ҡорасаҡ, унда реаль ваҡыт режимында райондарҙағы ысын үҙгәрештәрҙе проектлау буласаҡ.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн сүп-сарҙы сорттарға бүлеү буйынса чемпионат, «Өфө кешеләре» фотопроекты, ҡала тематикаһына оҫталыҡ кластары ойошторола. Велосипедсылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре курсын үтеп, «Велосипед водителе» сертификатын аласаҡ.

UrbanБайрам форумының фестиваль көнөнә инеү ирекле.