8 декабрь, Кесе йома

16 ноябрь 2015 йыл, 15:58

Өфөлә Константин Хабенский йәш актерҙар менән бергә сығыш яһаны

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Константин Хабенскийҙың баш ҡалалағы ижади үҫеш студияһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында «Ироническая сказка Ха-ха-чу» хәйриә спектакле күрһәтелде. Йәш актерҙар менән бер сәхнәлә Константин Хабенский үҙе лә сығыш яһаны.

Спектакль вербатим стилендә уйналды, ул ябай кешеләрҙең монологынан тора. Санкт-Петербургта уҙған «Оперение 2015» Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды ижади үҫеш студияларының V Бөтә Рәсәй фестивалендә уның премьераһы булды. 5 ноябрҙә Өфө студияһы тәрбиәләнеүселәре тамашаны Воронеж халҡына тәҡдим итте.

Билет һатыуҙан йыйылған аҡса Константин Хабенскийҙың онкология һәм баш мейеһе ауырыуҙары менән яфаланған балаларға ярҙам итеүсе хәйриә фонды программаларын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә.

«Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студиялары» проектына биш йыл. Студиялар Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө, Пермь, Силәбе, Воронеж, Новосибирск, Түбәнге Новгород һәм Тольятти ҡалаларында эшләй. Ижади майҙансыҡтарҙа балалар һәм үҫмерҙәр актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре, сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотоу, вокал, кино һәм ТВ дәрестәренә йөрөй. Уҡытыусылар алдына балалар һәм үҫмерҙәр араһында мәҙәни ҡиммәттәрҙе социалләштереү һәм пропагандалау бурысы ҡуйылған. Ижади тәрбиәүи процесс профессиональ сәхнә оҫталары менән бергә ойошторола. Балаларҙы берләштергән һәм уларҙың артабанғы үҫешенә стимул биргән саралар булдырыла.