4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ноябрь 2015 йыл, 14:38

Башҡорт Википедияһының ирекмәндәр төркөмө рәсми рәүештә донъя кимәлендә танылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Сентябрь аҙағында башҡорт ирекмәндәре үҙҙәренең берләшмәһен танытыу өсөн ғариза биргәйне. Ошо көндәрҙә Wikimedians of Bashkortostan User Group 49-сы булып донъялағы шундай төркөмдәр исемлегендә теркәлде һәм ул Рәсәйҙә берәү генә.

«Әлегә беҙ рәсми хат алманыҡ, шулай ҙа уҙған ял көндәрендә башҡорт төркөмөн дөйөм исемлеккә индереүҙәре хаҡында хәбәрҙарбыҙ.  User Group статусы беҙгә саралар ойошторған саҡта Викимедианың билдәләрен файҙаланырға, башҡорт телендәге вики-проекттарҙың рәсми вәкилдәре сифатында сығыш яһарға, шулай уҡ Википедияның Башҡортостан менән бәйле башҡа тел бүлектәре волонтерҙарының мәнфәғәттәрен яҡларға хоҡуҡ бирә. Киләһе йылда беҙ берлектәге делегацияның «Викимания 2016» тип аталған донъяуи конференцияға сәфәрен ойошторорға ниәтләйбеҙ. Сара июнь аҙағында Италияла уҙа. Теләк бар, хәҙер аҡса табырға кәрәк», — тип һөйләне Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.

«Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы — Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәтенә булышлыҡ итеүсе үҙаллы коммерцияға ҡарамаған юридик берәмек. Айырым дәүләттәрҙә үҙенең устав эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған донъялағы 41-се төбәк чаптеры иҫәбенә инә.

темалар: википедия