Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Эшлекле бәйләнештәр биржаһы»нда 70 бәләкәй предприятие үҙенең хеҙмәттәрен тәҡдим итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында «Эшлекле бәйләнештәр биржаһы» уҙғарылды. Ҡаланың Эшҡыуарҙар союзында хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыу өсөн 70 бәләкәй предприятие ғариза биргән. Уларҙың вәкилдәре баҙарҙағы хәл тураһында мәғлүмәт алды, үҙҙәренең хеҙмәттәрен һәм проекттарын тәҡдим итте.

Предприетие етәкселәре араһында эшлекле һөйләшеүҙәр алдан төҙөлгән графикка ярашлы үтте. Белгестәр менән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса шәхси консультациялар ойошторолдо.

«Биржа» сиктәрендә «Финанс планлаштырыу» темаһына семинар үткәрелде, уны Рәсәйҙең Профессиональ аудиторҙар институты коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ағзаһы Ирина Хәбибова алып барҙы.

«Эшлекле бәйләнештәр биржаһы»нда юридик, бухгалтер, банк, консалтинг, маркетинг, мәғариф, клининг, һаҡ һәм детектив, туристик компаниялар; электрон ҡултамға әҙерләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү, инвентаризация үткәреү, дөйөм туҡланыуҙы ойоштороу, реклама-сувенир продукцияһын әҙерләү, кейем-һалым тегеү һәм башҡа фирмалар ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть