Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле ижади сәфәр менән Латвияла булып ҡайтты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

«Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле ижади сәфәр менән Латвияла булып ҡайтты. Артистар Мәскәүҙән «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында барҙы. Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының Латвиялағы вәкиле Рина Хәмитова хәбәр итеүенсә, сәфәр латыштарҙың Лачплесис көнө уңайынан ойошторолдо.

Тантанала Мәскәүҙәге һәм Ригалағы башҡорт ижади коллективтарының концерты ҙур уңыш менән үтте. «Аҡ тирмә» фольклор ансамбленең сығышы халыҡтар дуҫлығы концертының сағыу биҙәге булды. Программала Латвияның «Шишмә» татар-башҡорт ойошмаһының үҙешмәкәр артистары ла ҡатнашты.

Шулай уҡ танылған ҡурайсы Роберт Юлдашевтың тәҡдиме буйынса башҡорт делегацияһы Палдиски ҡалаһына барҙы. Сарала «Аҡбуҙат» башҡорт ойошмаһы рәйесе Ришат Ҡаҙаҡбаев һәм Таллинндағы «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте ҡатнашты. Эстонияға һәм Латвияға сәфәрҙе «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге ойошторҙо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть