5 декабрь, Дүшәмбе

16 ноябрь 2015 йыл, 10:23

Рөстәм Хәмитов буласаҡ умартасыларҙы Ҡытай һәм Көньяҡ Америка илдәре менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен өйрәнергә саҡырҙы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 14 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мишкә районына эш сәфәре барышында агросәнәғәт колледжында белем биреү процесын ойоштороуҙың сифатын баһаланы.

Әлеге ваҡытта бында Мишкә, Борай, Бөрө, Балтас, Благовещен, Ҡариҙел, Краснокама, Өфө райондарынан 350 студент уҡый. Улар ауыл хужалығы етештереүе мастеры, тракторсы-машинист, ашнаҡсы, кондитер, төҙөлөш эштәре мастеры, умартасы, автомеханик һәм башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Бынан тыш, бер нисә өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары бойомға ашырыла.

Колледждың директоры Валерий Байбулатов һөйләүенсә, бында һөнәр алыу өсөн яҡшы шарттар булдырылған, махсус дисциплиналар, дөйөм белем биреү предметтары буйынса кабинеттар, оҫтаханалар йыһазландырылған. Автодром, трактородром, умарталыҡ, 600 гектар ауыл хужалығы ерҙәре бар. Башҡа райондарҙан һәм ауылдарҙан килгән студенттар өсөн ятаҡ ҡаралған.

Рөстәм Хәмитов водителдәр, автомеханиктар әҙерләү кабинеттарында булды, «умартасылыҡ» һөнәре буйынса белем алыусы беренсе курс студенттары менән аралашты. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер улар алдында киң мөмкинлектәр асыла.

– Хәҙер беҙ Ҡытай менән сауҙа мөнәсәбәттәрен башлайбыҙ, улар әле үк бал һорай. Европала ла шулай уҡ. Яңыраҡ Көньяҡ Америкала йәшәүселәрҙең дә бал яратыуҙарын белдем. Ә Аргентинаға, Чилиға уны нисек алып барып еткерергә һуң? Шуны өйрәнегеҙ, –  тип билдәләне республика Башлығы, студенттарға яҡшы уҡыуҙарын теләп.

Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Ирсай ауылындағы оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн пансионатты ҡараны. Уны 2016 йылдың башында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Төбәк Башлығы Мишкә ауылындағы Паралимпия спорты үҙәге төҙөлөшө барышын да тикшерҙе. Үҙәк паралимпиясылар әҙерләү һәм ҡышҡы, йәйге спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән. Проектта бассейн, 20 урынлыҡ ҡунаҡхана, ашхана, тир, тренажер залы, көтөү һәм ял итеү залдары ҡаралған. Паралимпия спорты үҙәге 2016 йылдың беренсе кварталында сафҡа индереләсәк.