Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан — Волга буйы федераль округында торлаҡты сафҡа индереү буйынса лидер

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында йән башына иҫәпләнгән торлаҡты сафҡа индереү буйынса беренсе урында. Быйыл ғинуар-октябрь айҙарында республикала финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 2166,3 мең квадрат метр тәшкил иткән (былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 4,6 процентҡа күберәк). Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 1000 кешегә 532 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Төбәк халҡы үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында 1421,7 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән (2014 йылға ҡарағанда 6,3 процентҡа кәмерәк). Уларҙың торлаҡ төҙөлөшө структураһындағы өлөшө 65,6 процент тәшкил итте. 2015 йылдың туғыҙ айында республика предприятиелары һәм ойошмалары файҙаланыуға тапшырған торлаҡ күләме былтырғыға ҡарағанда 34,5 процентҡа артҡан һәм 744,6 мең квадрат метр тәшкил иткән. Шуларҙың 73,1 мең квадрат метры (9,8 проценты) эконом класлы стандарттарға тап килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть