Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалаға «Йот» спектакленә уның авторы, ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаров килә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 ноябрҙә Өфөгә «Йот» («Һуңғы йәйләү») спектаклен ҡарарға уның авторы, әле Мәскәүҙә йәшәүсе ҡаҙаҡ драматургы һәм сценарист Олжас Жанайдаров килә. Спектакль 16-17 октябрҙә тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасылары хөкөмөнә сығарылды. Театрҙың художество етәксеһе ярҙамсыһы Зилә Сәғәҙиева билдәләүенсә, драматург премьераға саҡырылған булһа ла, уның хәҙер генә Өфөгә килеү мөмкинлеге тыуған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йот» спектаклендәге ваҡиғалар уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында аслыҡ осоронда Ҡаҙағстанда бара. Әҫәр ҙур резонанс тыуҙырҙы, залдар шығырым тулы булды. Спектаклде билдәле режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған. Театрҙа хәбәр итеүҙәренсә, автор килгән көндәрҙә режиссер ошо уҡ пьеса менән Астанала гастролдә буласаҡ. Спектаклдән һуң әҫәр хаҡында фекер алышыу ойошторола.

Олжас Жанайдаров менән ошо көндәрҙә үтәсәк Заманса драматургия һәм режиссура буйынса республика семинар-лабораторияһында ла аралашырға мөмкин. Драматург Башҡортостандағы 12 коллегаһы менән ижади осрашыу уҙғара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть