9 декабрь, Йома

13 ноябрь 2015 йыл, 17:03

Ишембай районының Ғүмәр ауылы халҡы өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. «Башҡортостан сода компания»һы өсөн икенсе сеймал сығанағы сифатында ҡаралған Ғүмәр ятҡылығын эшкәртә башлағас Ишембай районының Ғүмәр ауылы халҡы өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашыу барышында белдерҙе.

– Ғүмәр ауылы ҙур түгел, 300-ләп кеше йәшәй. Ятҡылыҡты эшкәртеү урындағы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырмай ҡалманы. Мин уларҙы аңлайым. Бында, ысынлап та, бик матур: Егән йылғаһы, көтөүлектәр, эзбизташлы тау итәгендәге сабынлыҡтар. Әммә ошо ятҡылыҡты эшкәртеүҙе ауылдан 4 саҡрым алыҫлыҡта башлау күҙ уңында тотола. Шуға күрә халыҡҡа бер ниндәй ҙә техноген баҫым яһалмаясаҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Бынан тыш, кешеләргә эш буласаҡ. Бөгөн ауылда хеҙмәткә һәләтле 86 эшһеҙ бар. Хәҙер уларҙың бер өлөшө геология-разведкалау эштәренә йәлеп ителәсәк. Ҡалғандары карьерҙа эшләйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Торатау менән Йөрәктауҙы «Башҡортостан сода компания»һы өсөн сеймал сығанағы сифатында ҡарамауы хаҡында хәбәр итте. Әле Ғүмәр һәм Ташлы эзбизташ ятҡылыҡтарын өйрәнеү башланған.