Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

2016 йылда ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн бюджетта 10 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

2016 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә бюджетта 10 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Был хаҡта, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Олег Бетинға һылтанма яһап, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының сайты хәбәр итә.

Бюджет проектында ҡаралған 10,04 миллиард һум 8,35 мең ветерандың торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Шуның менән бергә министр урынбаҫары төбәк вәкилдәренә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға торлаҡтың өҫтөнлөклө тәртип буйынса бирелергә тейешлеге хаҡында иҫкә төшөрҙө. Рәсәй Президентының һәм Рәсәй Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса тәү сиратта һуғышта ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү зарур, тине ведомство башлығы урынбаҫары.

«2015 йылдың 1 октябренә торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә 1,22 мең һуғышта ҡатнашыусы һәм инвалид тора», — тип асыҡлыҡ индерҙе министр урынбаҫары.

Һуңғы биш йылда Башҡортостан һуғыш ветерандарына торлаҡ биреү йәһәтенән алға китте. 2010 йылдан 8873 ветеран торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 11 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Быйыл республикаға 1,6 миллиард һум федераль ресурс ингән. Был өҫтәмә рәүештә 1300 самаһы кешенең, шул иҫәптән 101 һуғышта ҡатнашыусының һәм инвалидтың торлаҡ проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть