11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2015 йыл, 15:17

Урта һөнәри белемле абитуриенттар өсөн вуздарға БДИ тапшырмайынса инеү мөмкинлеге һаҡланды — Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы тәртибен раҫланы. Элегерәк уны йыл һайын раҫлайҙар ине. Хәҙер ҡабул ителгән документ даими буласаҡ һәм абитуриенттар ҡабул итеү кампанияһының бөтә нескәлектәрен алдан белә аласаҡ.

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, яңы ҡағиҙәләр буйынса вуздарҙың рәсми сайттарындағы бөтә мәғлүмәт 2015 йылдың 16 ноябренән, киләһе йылдарҙа 1 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса баҫылырға тейеш. Ҡабул итеү тәртибендә шәхси ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә балдар йыйыу мөмкинлеге һаҡланған (10 балға тиклем).

Юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итергә теләгән колледж һәм техникум тамамлаусылар өсөн вуздарға БДИ йомғаҡтары буйынса түгел, ә ҡабул итеү һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса инеү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, бындай абитуриенттар өсөн шәхси ҡаҙаныштар исемлеге киңәйтелгән.

Вуз урта һөнәри белемле абитуриенттар өсөн ҡабул итеү имтихандарын мәктәптә өйрәнелгән предметтар буйынса түгел, урта һөнәри белем биреү профиленә ярашлы билдәләй ала.

Тағы ла бер яңылыҡ — уҡыусыларҙың олимпиада һөҙөмтәләре дүрт йыл ғәмәлдә буласаҡ.